+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Вуз-ара кампуста ЮНЕСКО-ның «Геопарктар – тотороҡло үҫеш биләмәләре» кафедраһы булдырыла

Уны «Янғантау» геопаркы менән берлектә Өфө фән һәм технологиялар университеты ойоштора. Кафедра Рәсәйҙә һәм Үҙәк Азияла геопарк белгестәре компетенцияһы үҙәгенә әүерелер тип күҙаллана.

Вуз-ара кампуста ЮНЕСКО-ның «Геопарктар – тотороҡло үҫеш биләмәләре» кафедраһы булдырыла
Вуз-ара кампуста ЮНЕСКО-ның «Геопарктар – тотороҡло үҫеш биләмәләре» кафедраһы булдырыла

Өфөнөң Вуз-ара студенттар кампусында ЮНЕСКО-ның «Геопарктар – тотороҡло үҫеш биләмәләре» кафедраһы булдырыла. Уны «Янғантау» геопаркы менән берлектә Өфө фән һәм технологиялар университеты ойоштора. Кафедра Рәсәйҙә һәм Үҙәк Азияла геопарк белгестәре компетенцияһы үҙәгенә әүерелер тип күҙаллана. Ул апрелдә «ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктары: идеянан алып тормошҡа ашырыуға тиклем» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында тәҡдим ителгән Евразия геопарктар ассоциацияһын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итергә тейеш, тип хәбәр итә Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Шулай итеп, Башҡортостан «Янғантау» (Башҡортостан Республикаһы), «Ундория» (Ульяновск өлкәһе), Ҡырғыҙстандың Мадыген, Тескей һәм Тянь-Шань, Үзбәкстандың Китаб геопарктары, шулай уҡ Ҡаҙағстандың ЮНЕСКО геопарктары буйынса милли комитеты ингән Евразия селтәре үҙәге булмаҡсы.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Евразия ассоциацияһының штаб-фатиры «Янғантау»ҙа урынлаша. Евразияла геопарктарға ҡараштың төп үҙенсәлеге – кешелек капиталына баҫым яһауҙа.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-03/v-mezhvuzovskom-kampuse-ufy-sozdaetsya-kafedra-yunesko-3751652

Автор:
Читайте нас: