+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

«Урал аръяғы-2024» инвестиция һабантуйына теркәү башланды

23-25 майҙа Сибайҙағы «Урал аръяғы-2024» VI Бөтөн Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡатнашыусыларҙы теркәү башланды. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәте хәбәр итә.

Урал аръяғы туризмын үҫтереү һәм «Урал» махсус иҡтисади зонаһын булдырыу мәсьәләләре буйынса 20-нән ашыу стратегик сессия, шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдәр, фекер алышыу майҙансыҡтары, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу һәм пленар ултырыш була.

Бынан тыш, инвестиция һабантуйы майҙансығында дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү, квалификациялы кадрҙар әҙерләү, яһалма интеллект, мәғлүмәт иҡтисады һәм башҡа мәсьәләләр ҡарала.

Форумда федераль һәм төбәк власы органдары, Рәсәй һәм сит ил бизнесы вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.

Автор:
Читайте нас: