+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Республика каратистары «Дуҫлыҡ кубогы» турнирында 11 миҙал яуланы

Башҡортостан каратистары Минскиҙа «Дуҫлыҡ кубогы-2024» турнирында 11 миҙал яуланы. Был хаҡта республиканың Спорт министрлығы хәбәр итә.

Белоруссияның баш ҡалаһында 1000-гә яҡын спортсы йыйылды. Халыҡ-ара ярыштарҙа улар төрлө йәш һәм ауырлыҡ категорияларында 54 комплект миҙал уйнатты.

Башҡортостан спортсылары өс алтын, дүртешәр «көмөш» һәм «бронза» алды.

Бынан алдараҡ Башҡортостан каратистары Новосибирскиҙа «Уңыш кубогы»нда сығыш яһап, республикаға алтын, көмөш һәм бронза миҙалдар менән ҡайтҡайны.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас: