+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Форум ун ике майҙансыҡта бара

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында VII Гражданлыҡ форумы асылды.

Форум ун ике майҙансыҡта бара
Форум ун ике майҙансыҡта бара

Ул быйыл да коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, власть һәм йәмәғәтселек араһында конструктив диалог урыны булараҡ танылды. Форум программаһына ярашлы, фекер алышыуҙар 12 майҙансыҡта бара.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ойошторған “Илһөйәрлек –  милли берҙәмлек нигеҙе” төбәк-ара “түңәрәк өҫтәл” артында йәнле әңгәмә ойошторолдо.  

Унда Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһының инновацион үҫеш, бәләкәй һәм урта бизнес мәсьәләләре, эшҡыуарлыҡ һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комиссияһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина сығыш яһаны. Һүҙ илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса эшмәкәрлек, гуманитар ярҙам ойоштороу тураһында булды.

 

Автор:
Читайте нас: