+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә сакура сәскә атҡан

 Өфөлә «башҡорт сакураһы» сәскә атҡан. Ҡала халҡы алһыу сәскәле алмағасты шулай тип йөрөтә.

Өфөлә сакура сәскә атҡан
Өфөлә сакура сәскә атҡан

Май башында Өфөлә «башҡорт сакураһы» сәскә атҡан. Ҡала халҡы алһыу сәскәле алмағасты шулай тип йөрөтә. Был ағастарҙың күбеһе Зәки Вәлиди урамында, Ленин исемендәге паркта, үҫә. Өфөләр йыл да унда фотоға төшөргә, ғаилә менән ял итергә ярата.

Урында йәшәүселәр әйтеүенсә, ҡаланың башҡа майҙансыҡтарында ла япон сейәһенә оҡшаш ағастар бар. Мәҫәлән, Аксаков исемендәге баҡсала бер нисә йыл элек алһыу төҫтә сәскә атҡан ун декоратив алмағас ултыртҡандар.

Дендрологтар матур кадрҙар яратыусыларға ашығырға кәңәш бирә, сөнки «сакура» бер аҙна тирәһе сәскәгә төрөнөп ултыра, һуңынан уның алһыу таждары ҡойола башлай.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-03/mesto-dlya-fotosessiy-v-ufe-rastsvela-bashkirskaya-sakura-3751667

Өфөлә сакура сәскә атҡан
Өфөлә сакура сәскә атҡан
Автор:
Читайте нас: