+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Өфөгә тәүге тапҡыр дүрт палубалы «Виссарион Белинский» теплоходы килә

Бөгөн Өфөгә Түбәнге Новгородтан «Александр Пушкин» круиз теплоходы килде, ул республиканың баш ҡалаһында 3 майға тиклем тора. 2024 йылғы навигацияла Башҡортостанға 20 теплоход килеүе күҙаллана. 

Өфөгә тәүге тапҡыр дүрт палубалы «Виссарион Белинский» теплоходы килә
Өфөгә тәүге тапҡыр дүрт палубалы «Виссарион Белинский» теплоходы килә

Бөгөн, 2 майҙа, Өфөгә Түбәнге Новгородтан дүрт палубалы «Александр Пушкин» теплоходы килеп туҡтаны. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, круиз лайнеры республиканың баш ҡалаһында 3 майға тиклем тора.

Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Руслан Ғарипов һүҙҙәренсә, «Александр Пушкин» теплоходы менән Өфөгә 120-нән ашыу турист килгән. Улар өсөн ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап бай программа әҙерләнгән.

«Башҡортостан туристар өсөн ҡыҙыҡлы, шуға күрә республика йылға туризмын үҫтереү буйынса ҙур эш алып бара»,  — ти Руслан Ғарипов.

«Александр Пушкин» круиз лайнеры Өфөнән 3 майҙа киске сәғәт 8-ҙә ҡуҙғала, уның артабанғы туҡталышы — Алабуға.

Транспорт министрлығында билдәләүҙәренсә, 2024 йылғы навигацияла Башҡортостанға 20 теплоход килеүе күҙаллана. Иртәгә, 3 майҙа, Өфөгә тәүге тапҡыр дүрт палубалы «Виссарион Белинский» теплоходы килә. Ул Түбәнге Новгород — Ҡазан — Һамар — Тәтеш — Түбәнге Кама — Өфө — Алабуға  — Ҡазан — Түбәнге Новгород рейсын башҡара. Шулай уҡ 3 майҙа Дуҫлыҡ монументында өс палубалы «Н. А. Некрасов» һәм «Александр Бенуа» теплоходтары туҡтай. 5 майҙа — өс палубалы «Михаил Кутузов», ә 7 майҙа ике палубалы «Александр Свешников» лайнерының килеүе көтөлә. 8 майҙа Өфө өс палубалы «Бөйөк Русь» лайнерын ҡаршылай.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-02/v-ufe-prishvartovalsya-kruiznyy-teplohod-aleksandr-pushkin-3750031

Автор:
Читайте нас: