+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт теленән диктантты 400 меңдән ашыу кеше яҙған

Башҡортостанда унынсы тапҡыр «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһы үтте.

Башҡорт теленән диктантты 400 меңдән ашыу кеше яҙған
Башҡорт теленән диктантты 400 меңдән ашыу кеше яҙған

Башҡортостанда унынсы тапҡыр «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһы үтте.

Быйыл эш 3018 майҙансыҡта ойошторолдо: 1145-е – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн, 1478-е – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр, 395 майҙансыҡ – төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Диктантты барлығы 408 399 кеше яҙҙы. Уларҙың 152 820-һе башланғыс кимәлдәгеләр булһа, 171 429 кеше – башҡорт телен яҡшы белеүселәр өсөн, ә 84 150 кеше төньяҡ-көнбайыш диалектындағы текстарҙы яҙҙы.

Диктантты Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Сочи ҡалаларында, Силәбе, Ырымбур, Мәскәү, Һарытау, Һамар, Ҡурған, Свердловск, Мурманск өлкәләрендә, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында, Пермь, Алтай, Приморье крайында, Яҡут, Татарстан республикаларында йәшәүселәр яҙҙы. Шулай уҡ Үзбәкстандан, Тажикстандан, Испаниянан, Швейцариянан, Германиянан, Бөйөк Британиянан, Италиянан, Франциянан, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Төркиәнән, Польшанан, Ирандан, Аргентинанан, Индонезиянан, Көньяҡ Кореянан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән ҡатнашыусылар булды.

Автор:
Читайте нас: