-2 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халҡым гәүһәре
15 Март , 16:09

Мөғжизә тыуҙырыусы

Хан һарайылай йортон тотош йәшеллеккә күмеп, унда боронғо ҡомартҡыларҙан музей булдырған, мәктәп уҡыусыларын ихлас ҡаршылап, халҡыбыҙҙың тарихи мираҫы менән таныштырыуҙы үҙенең изге бурысы итеп алған һөйкөмлө ханымға һоҡланмау мөмкин түгел. Донъяға иҫ китмәле ҙур мөхәббәт менән баҡҡан Фәнисә Муса ҡыҙы Бикбаеваның ғүмер юлы ла, яҙғы йылғалай, мул һыулы, ажғыр һәм бормалы.

Үҫмер һылыу ике яҡтан ҡош ҡанатылай ҡалҡҡан мәғрур тауҙар уртаһында ғына ышыҡланып ултырған тыуған Балыҡлыбаш ауылын бер итеп һыбай үтә, ялан-туғайҙары буйлап юрта, шунан, тауҙың иң бейегенә күтәрелеп, тирә-яҡты байҡай. Ғорур тауҙар ҡыҙҙың да булмышына йоғонто яһай, күрәһең. Фәнисә мотоциклда ҡыуа, йәшләй «тимер ат»ты ла йүгәнләй. Ҡорос холоҡло булһа ла, ижади күңеле сәнғәт донъяһына әйҙәй: рәссам йәки артист булыу хыялы менән яна ул.
Уҡымышлы, дини нәҫелдән үҙе. Заманында Ғайса ҡартатаһы, буш ятҡан ерҙәрҙе һөрөп, унда иген үҫтерә, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Хәйриәлек тә итә: үҙ көсө менән йорттарына терәтеп торлаҡ төҙөп, шунда әбейе менән етем балаларҙы алып ҡарайҙар. Ғизелбанат ҡәрсәһе ауылда сабыйҙарға донъяға тыуырға ярҙам итеүсе кендек инәһе була. Атаһы, Муса Ғайса улы, Бөйөк Ватан һуғышын үтеп, 1949 йылда ғына тыуған яғына ҡайта. Яуыш ҡыҙы Ғәрифә менән ғаилә ҡоралар. Әсәһе яғынан балта оҫтаһы булараҡ дан ҡаҙанған Фәхретдин олатаһы сырхауҙарҙы доға менән өшкөрөп, үлән төнәтмәһе эсереп дауалай. Аҡ бабайҙың тыны зәхмәтте ҡыуа, һулышы шифалы ине, тип хәтерләй яҡташтары. Аш-һыуға, ҡул эштәренә маһир Гөлсирә өләсәһе балаҫ та һуға, ауылдаштарына кейем дә тегә.
Атаһы, агрономға уҡып, оҙаҡ йылдар колхозда эшләй, аҙаҡ мәктәпкә уҡытыусы булып күсә. Белемле, ғәҙел тип, ауылдаштары документ тултырырға ла уға мөрәжәғәт итә. Ғаиләләре ишәйеп, бәхетле балалар тауышына тула. Әммә көтмәгәндә Исмәғилевтар ғаиләһенә бер-бер артлы ауыр юғалтыуҙар үтергә тура килә. «Миңә ете йәш ине, Фирҙәүес апайым һәләкәткә тарыны, – тип күңелендә эҙ ҡалдырған ваҡиғаны бәйән итә Фәнисә Муса ҡыҙы. – Бөгөнгөләй хәтеремдә, үлем хәлендә ятҡан апайым тирәләй кеше йыйылып китте, йәсин сығалар. Шунда ул ҡапыл терелгәндәй булды ла: «О ожмах! Ниндәй матур, йәмле, аҡ нурҙар һибелә, емештәре эре, еҫтәре татлы, ҡоштар һайрай... Ә быныһында ҡалай һаҫыҡ, ҡараңғы, кешеләр ҡысҡырып илай, утта яналар, ҡурҡыныс», – тине лә йән бирҙе. Ошо күренеш, Хоҙайҙың ҡөҙрәтле көсөнә инандырып, ғүмер буйы минең күҙ алдымда торҙо. Ул ҡайғыны әнейем бик ауыр кисерҙе. Бишенсе балаһы тыуғандан һуң ғына тынысланды. Шунан атайымдың апаһының вафаты тетрәтте, уның етем ҡалған имсәк сабыйын ғаиләбеҙгә алдыҡ. Күп тә тормай, һуғыш йәрәхәттәренән мандый алмай, атайыбыҙ баҡыйлыҡҡа күсте. Алты баланы яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы әнейебеҙ. Бик уңған ине ул: колхоз эшенән тыш, балаҫ һуҡты, шәл бәйләне, тегеү, сигеү менән булды. Беҙ, балалар, уға өй эштәрендә ярҙамлаштыҡ. Үҙ өлгөһөндә хеҙмәткә һөйөү уятты. Өс улына ла юғары белем бирҙе: Мөнир менән Вәкил, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлап, береһе – агроном, икенсеһе иҡтисадсы булып оҙаҡ йылдар эшләне. Вәсил, БДУ-ның физика факультетын бөтөп, балаларға белем бирҙе. Беҙ ҡыҙҙар, Флүрә, Рәйсә һәм мин, шулай уҡ тырышып уҡып, үҙ маҡсаттарыбыҙға өлгәштек. Исмәғилевтарҙың лайыҡлы дауамы бар, Аллаға шөкөр», – ти ул.
Сәнғәткә, ижадҡа ғашиҡ һылыу – Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһының театр һәм режиссура бүлеген, Ситтән тороп уҡыу халыҡ сәнғәте университетының (ЗНУИ) сәнғәт һәм графика факультетын тамамлай. Тормошҡа сығып, Лилиәләре тыуыуы йәш әсәгә яңы көс һәм талпыныштар өҫтәй.
Киләсәккә ҙур өмөт бағлаған һәләтле белгескә «Көйөргәҙе» совхо­зының профсоюз мәҙәниәт йорто директоры вазифаһын ышанып тапшыралар. Фәнисә Муса ҡыҙы етәкселек иткән йылдарҙа башҡорт фольклор ансамбле, «Факел» агитбригадаһы, ветерандар клубы, хор һәм театр ойошторола.

Мәҙәниәт һарайында эшләгәндә, яңы даирәне өйрәнергә теләп, «Маскарад» ҡурсаҡтар студияһын асҡан була ул. Һөйкөмлө ханым шул мәл театр тамашалары өсөн беренсе ҡурсағын эшләй. Дәрт иткән – мораҙына өлгәш­кән, ҡатмарлы ғына булһа ла, үҙенә күрә характерлы, сағыу, ҡупшы ғына килеп сыға тәүге ижад емеше. Артабан, ҡыҙыҡ күреп, кеше ҙурлыҡ ҡурсаҡ яһауға тотона. Әле уларҙың унауһы Фәнисә апайҙың өйөндәге музейҙы биҙәй. Һәр береһенең үҙ холҡо, үҙ йәне бар, әйтерһең. Ғаиләләре менән булдырған музейҙа шулай уҡ ҡулдан яһалған боронғо семәрле ағас әйберҙәр, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, эш һәм һуғыш ҡоралдары, өс аяҡлы биҙәкле сәйнүктәр – бөтәһе меңдән ашыу экспонат. Был ҡиммәтле хазиналар, ҡомартҡылар рухи мираҫыбыҙҙы киләһе быуынға тапшырыуҙа, балалар күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләүҙә, тыуған яҡты өйрәнеүҙә оло мәғәнәгә эйә. «Яратҡан шөғөл шатлыҡ кәйефе бүләк итә, тыныс­ландыра. Бар эштә лә тормош иптәшем Ришат – оло таянысым», – ти уңғанбикә.
Фәнисә апай менән Ришат ағайҙың йорттарынан кеше өҙөлмәй: ветеран апай-ағайҙар, йәштәр һәм мәктәп уҡыусылары музей ҡарап, сәй эсеп ҡайтыуҙы ҙур бер ваҡиғалай күрә.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2024) һанында уҡығыҙ.

 
Мөғжизә тыуҙырыусы
Мөғжизә тыуҙырыусы
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: