+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
3 Май , 14:43

Бүреләр

Гөлшат Зөлҡәрнәева 1954 йылдың 21 ғинуарында Йылайыр районы Юлдыбай ауылында донъяға килә. Сибай педучилищеһын, Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағандан һуң, Юлдыбай урта мәктәбендә тәүҙә башланғыс синыфтарҙа, һуңынан рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. «Социалистик ярышта еңеүсе» билдәһенә, «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы» исеменә лайыҡ була. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, ауыл һәм район советтары депутаты йөгөн тарта. Йәштән тыуған ауылының тарихы менән ҡыҙыҡһынған мөғәллимә арҙаҡлы яҡташтарының исемен мәңгеләштереү өҫтөндә эшләй. Мәктәп музейын байыҡтырып, ҙурайтып, Юлдыбай мәҙәниәт йортонда «Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү» музейын булдыра. Гөлшат Кинйәбулат ҡыҙын Юлдыбай ауылы хакимиәте башлығы итеп тә һайлайҙар. Матбуғат биттәрендә шиғыр, хикәйәләре даими баҫылып тора.

Бүреләр
Бүреләр

Бүреләр

Хикәйә

Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡыҙыу мәле. 1943 йыл. Декабрь аҙағы. Ир-аттарыбыҙ фашистар менән көрәшә, еребеҙ, илебеҙ, киләсәгебеҙ өсөн алыша. Тылда – ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, ололар. Улар, бар көсөн һалып, хайран ҡалырлыҡ тырышлыҡ, түҙемлек күрһәтеп, ҙур ауырлыҡтар кисереп, «Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!» тигән саҡырыуға бойһоноп йәшәй. Үҙҙәре аслы-туҡлы булһа ла, колхоздарҙа, шәхси ихаталарҙа әҙерләгән аҙыҡ-түлекте түкмәй-сәсмәй фронтҡа оҙаталар.
Ҡыш. Сатнап торған селлә һыуығы. Үҙәккә үтерлек, өтөп кенә алырлыҡ әсе ел. Әҙәм балаһы түгел, эт тә йөрөмәй бындай көндә. Шулай ҙа, һыуыҡтан да, ел-дауылдан да ҡурҡмай, Мәғәдифә юлға йыйынды. Кисә бер үткенсе кеше аша күрше ауылда йәшәгән атаһынан сәләм алғайны.
– Тиҙ арала ҡыҙым килеп етһен, буш ҡул түгел, сана һөйрәп килһен, – тигән ҡәҙерлеһе.
Өй тулы береһенән-береһе кесерәк балаларының тамағын ялғау өсөн, ҡумта төбөндә ҡалған бер-ике устай көңгөрт ондан йәһәт кенә ыумас ыуып бирҙе лә, өлкәнерәктәренә ҡура-тирәләге эштәрҙе йомшап, сығыу яғын ҡараны.
Атаһының иҫкәртеүе буйынса, көн дә мал аҫтын тейәп түккән ағас йәшәнкәле санаһын да онотманы, үҙе менән алды.
– Атайым, бахыр ғына, үҙ ауыҙынан өҙөп картуфын бирергә уйлағандыр инде. Ун һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан күрше ауылдан ҡышҡы һыуыҡта йәйәү, сана һөйрәп ҡайтыуыма ул картуфтың ни «йәне» ҡалһын инде, шаҡылдап туңыр ҙа ашауға ла эшкинмәҫ ул, – тип һөйләнә-һөйләнә кейенә бирҙе.
Фронтҡа киткән иренең һырылған салбарын, йылы күфәйкеһен, һуғыш алдынан йәтеш кенә итеп үҙенә табанлап биргән быйманы кейҙе.
– Мәхәмәтйән, был тиклем ҡупшы быйманы эшкә әрһеҙләүе лә йәл бит!
– Алайһа, «Наза» һуҡҡанда кейерһең! – тип мәрәкәләгәйне ире.
– Үәй, Мәхәмәтйәнемдең ҡулы оҫта, үҙе ипле генә ине шул. Урындыҡ-ширлектәр, сана-көйәнтәләр – барыһы ла уның ҡул эштәре, рәхмәт яуғыры үҙенә, – тип ҡуйҙы. Иренең имен-һау әйләнеп ҡайтыуын ул көн дә Хоҙайҙан үтенеп, доғалар ҡылды.
– Балалар теләге изге була ул, тормошҡа аша, һуғыштың тиҙерәк бөтөүен, атағыҙҙың тере ҡайтыуын һорағыҙ Аллаһтан, – тип балаларына ла иҫкәртеп торҙо.
Сырманып кейенеп, Матрайға юл тотто.
Районда бәләкәй ауылдар араһын ат юлы ғына тоташтырып торһа, район үҙәге булараҡ, Юлдыбайҙан Матрай ауылына тиклем ҡырсынташ түшәлгән. Ҡараңғыға ҡалмай, кире әйләнеп ҡайтыуын уйлап, Юлдыбайҙан сығыу менән шул оло юлға төшөп, Мәғәдифә йүгерә-атлай барҙы. Һепертмә ел юлды таҡырлаған ине. Ниндәй генә уйҙар үтмәне юлаусы башынан шул арала.
– Ошо ҡышты имен-һау сығып, ҡара ергә баҫһаҡ, бирешмәҫ инек. Яҙын сыбарҡайҙар йомортҡа һала башлаһа, Аҡбашыбыҙ быҙаулаһа, балаҡайҙарым һөт-ҡатыҡҡа туйып ҡалыр ине, – тип урындыҡта, ашъяулыҡты уратып ултырып, шыйыҡ ыумас эскән, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, шым ғына өйҙә ҡалған балаларын йәлләп йөрәге әрнене.
Уйҙары артабан фронттағы иренә күсте.
– Йә, Хоҙай! Беҙ аслы-туҡлы булһаҡ та, йылы өйҙә йәшәйбеҙ. Ә улар, бахырҙар, ел-ямғырҙа ла, сасҡау һыуыҡта ла тышта бит. Етмәһә, тирә-яҡта утлы шартлауҙар, – тип уйлана-уйлана юлын дауам итте. – Тип-тигеҙ яланда бар нәмә әллә ҡайҙан, йыраҡтан күренә. Ана, һәр йорттоң торбаһынан борлап сыҡҡан төтөн ауыл өҫтөн ап-аҡ томан кеүек баҫҡан. Шөкөр, килеп еттем шикелле...
Мәғәдифәнең күңеленә лә йылы кергәндәй булды.
Атай йортона килеп ингәндә, күптән төш ауғайны. Оло йәштәге Мөҡсин, ҡыҙының имен килеп етеүенә ҡыуанып, Мәғәдифәһен бала сағындағы кеүек арҡаһынан тупылдатып һөйҙө. Ҡатыны ҡаты ауырыуҙан мәрхүмә булып киткәндә, Мәғәдифәгә ни бары дүрт кенә йәш ине бит. Мөҡсин яңғыҙ үҫтерҙе ҡыҙын, әсәй урынына ла үҙе булды, бар хәленсә наҙларға тырышты. Шулай ҙа Мәғәдифә иңенә нужа йөгө иртә һалынды: 12-13 йәшенән үҫмер ҡыҙ «Һаҡмар» колхозында һауынсы булып эш башланы. Ҡышын-йәйен кирза итек кейеп, ун бишләгән һыйырҙы ҡул көсө менән һауып, мал аҫтын таҙартыу үҙәгенә үтә. Ҡара таңдан ҡояш байығанса ферманан ҡайта алмай. Шуға күрәлер, тыныс холоҡло, эшкә әрһеҙ ҡыҙға күҙ һалып йөрөгән тракторсы Мәхәмәтйән тәҡдим яһағас, ун етеһе тулыр-тулмаҫ Мәғәдифә, ризалыҡ биреп, кейәүгә сыҡты. Бергә эшләгән һауынсы ҡатын-ҡыҙҙар үҫмерҙе ҡурсалап:
– Мәғәдифә, ул бит ҡатынын айырған. Етмәһә, ҡулында биш йәшлек Асия исемле ҡыҙы бар, ҡатыны ҡалдырып сығып киткән, – тип арамаҡ булалар.
– Мин үҙем етем үҫтем, ҡыҙ балаға әсәйһеҙ ҡыйын. Мәхәмәтйәндең ҡыҙын да йәлләнем, үҙе лә йәл күренә, шуға ла риза булдым. Эшем ауыр бит, тракторсы булараҡ, ярҙамы тейер, тип уйланым, атайымдың хуплауына ла ҡолаҡ һалдым, – тине ҡыҙ.
Шулай итеп, йәш ғаилә Юлдыбай ауылында, йәтешерәк булһа ла, үҙ көстәре менән йорт һалып инә. Биш бала ата-әсәһе булып, матур ғына йәшәп ятҡанда, һуғыш сыға һәм артабан яҙмыштары ҡырҡа үҙгәрә. Ил күргәнде күрәләр.
– Балам, өшөп кенә бөткәнһеңдер, әйҙә, бер-ике сынаяҡ сәй эсеп алайыҡ, – тип өйҙөң ярты өлөшөн биләп алған урындыҡҡа ымланы атаһы. – Балаҡайҙар иҫән-һаумы? Мәхәмәтйән кейәүҙән хәбәр бармы? Мал-тыуа­рыңдың аҙығы етәме ҡыш сыҡҡанса? – тип һорауҙарын теҙҙе.
– Ҡара тиргә төштөм. Мин бит йүгерә-йүгерә килдем, – тип йыуатты ҡыҙы атаһын.
Урындыҡ ҡырында самауыр шыжлай, янында киндер ашъяулыҡ түшәлгән. Ағас һауытта биш-алты бөртөк ҡабығы менән бешерелгән картуф, ус аяһындай ғына кәсәлә – бойҙай ҡурмасы. Мәғәдифә иң тәүҙә ҡурмасҡа ынтылды. Семтеп кенә усына һалды ла, күҙҙәрен йомоп, ләззәтләнеп, еҫкәп алды, шунан ғына усындағы ризыҡты ауыҙына ҡабып, шытырлығын сығарып сәйнәй башланы.
– Бөгөн аҙаҡҡы ғына ондан ыумас ыуғайным, – тине атаһына һирпеп ҡарап. Үҙенең күҙ йәштәре килеп сыҡты, тамағына төйөр тығылғандай булды.
Һурылып ябыҡҡан атаһы ла йонсоу күренде.
– Атай, әлдә генә Матрайҙа МТС бар, әтеү эшең дә булмаҫ ине. Бик оҙаҡ тимерсе булып эшләп арығанһыңдыр инде, һаулығың да самалы бит. Еңелерәк эш юҡмы икән? – тип һораны Мәғәдифә, атаһын йәлләп.
– Эш күп, эшселәр етмәй. Ирҙәр һуғышҡа китеп бөткәс, ауылда ҡалған ғәрип, йә минең кеүек оло кешеләр иңенә төштө инде колхоз эше. Бисәләр ныҡ ярҙам итә, уларға рәхмәт. Трактор, комбайнға ла кеше юҡ. Яҙын-көҙөн үҫмер ҡыҙҙар ултыра техникаға. Илай-илай эшләйҙәр, бахырҡайҙар, боҙолһа – төҙәтә алмайҙар. МТС-ҡа һөйрәтеп алып киләләр ремонтҡа. Исмаһам, йәш, һау-сәләмәт ҡарыулы бер ир ҡалһын колхозда, тип уйлағандарҙыр. «Һаҡмар» колхозына тракторсылар бригадиры итеп тә Юлдыбай ауыл кешеһе Ҡарасов Һөйөндөктө ҡуй­ғандар бит. «Ҡарас» тип ҡушамат менән өндәшә лә ҡуя кеше. Асыу тотмай үҙе, шәп кеше. Үтә талапсан, әйтте-бөттө. Эшләтмәйенсә ҡуймай ҡушҡанын. Ҡаты ғына ауырып алдым мин, ҡыҙым. Сырхау икәнемде күргән Ҡарас, тимерсе эшемдән бушатып, ҡарауылға күсереүҙе юлланы. Колхоз амбарын һаҡлайым хәҙер. Орлоҡҡа тигән игенде әҙәм балаһына ҡарағанда ла, ҡош-ҡорт, керис-сысҡан ҡуймай. Унан-бынан тишеп-соҡоп ҡына баралар, онтап, ыуаҡлап әрәм итәләр. Улар ҙа асығалыр инде, йән эйәһе бит. Шул тишек-тошоҡто ҡаҙаҡлап, ямап, бөтәштереү менән булышам. Оҙон толобомдо кейеп алып, төн уртаһында – бер, таңға ҡарай – бер амбарымды уратып, калатушка менән шаҡылдап йөрөп сығам. Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә, тейҙәр, аслыҡ кемгә килешһен, балам, – тип һүҙен дауам итте Мөҡсин ҡарт. – Шөрләһәм дә, ҡыҙым, шул тишектәрҙән бөртөкләп ҡойолоп торған бойҙайҙы бейәләйем эсенә ағыҙып алып ҡайтам ҡай саҡ. Өйрә итеп бешергеләнем, ҡурмас ҡурып та туҡландым шунда, аралаштырып картуф бешергән булам. Мин бирешмәм, балам. Һин бәпестәреңде асыҡтырма инде, һыуыҡҡа бирешеп ҡуйырҙар. Ай буйына бейәләйем менән ташыған игенде һеҙгә тип һаҡлағайным, – тине лә урындыҡ аҫтынан бер биҙрә бойҙай сығарҙы.
Мәғәдифә шатланырға ла, иларға ла белмәй, шаҡ ҡатты. Ҡурҡыуы йөҙөнә сыҡҡайны:
– Атай, юлда кеше осрап, колхоз игенен урлағанһың, тип бәлә яҡмаҫмы?
– Кискә ҡарай ҡышҡы һыуыҡта кем йөрөһөн? Имен-һау ғына алып ҡайтып, әсәйең мәрхүмәнән ҡалған ҡул тирмәне менән тартып, талҡан эшлә балаларыңа, – тип йәтешерәк тоҡсайға бушатты ла биҙрәләге бойҙайҙы, өҫтәп тоҡсайына бер биҙрә картуф һалды.
– Ҡышҡы көн сонтор бит, ана, эңер төшөргә әҙер тора, йәһәтерәк атла, балам, – тип Мәғәдифәһен оҙатып ҡуйҙы.
Матрай менән Яманһаҙ араһын тиҙ үтте Мәғәдифә. Юлдыбайға етә алмай ҡаҡшаны. Ҡояш байыу яғына ыңғайлау менән, тағы ла ныҡ һыуытты. Уға һырттан өргән көслө ялан еле ҡушылды. Елдең әсе һыҙғырыуына, битен өтөп кенә алып барыуына ҡарамаҫтан, бөгөлә-йығыла алға атланы ҡатын. Йөгө лә ауыр ине шул.
– Аҙ ғына булһа ла ышыҡ бирерлек ағастар ҙа, сауҡалыҡ та юҡ, исмаһам, тын алып, ял итеп алыр инем, – тип илар сиккә етте юлаусы. Бара биргәс, юл ҡырында телеграф бағанаһын күреп ҡыуанды. Уға һөйәнеп, ял итергә ниәтләне.
Күҙ бәйләрлек ҡараңғы төшә башлағайны инде.
– Күстәнәй ҡалҡыуына етһәм, теге яғына аҙ ғына ҡала, тағын бер ынтылһам – барып та инермен ауылға, – тип йыуатты үҙен Мәғәдифә.
Бер аҙ бағанаға терәлеп тороп хәл алғас, юлын дауам итер алдынан Мәғәдифә «картуф туңманымы икән» тип, тоҡсайы аша һәрмәп ҡараны. Инде атлайым тигәндә, юртып, ҡайҙандыр эттәр өйөрө килеп сыҡты. Улар туп-тура шаҡ ҡатып торған ҡатынға ҡарай сапты. Өйөр башында иң ҙуры килә ине, ҡалғандары уның артынан бер аҙым да ҡалышмай. Хайуандар бөтөнләй яҡынлашҡас, Мәғәдифә аңына килеп, эттәр түгел икәнен һиҙеп:
– Бүреләр! – тип яман тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе.

 

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 4-се (2024) һанында уҡығыҙ.

 

Рауил ШӘЙХЛИСЛАМОВ һүрәте.

Бүреләр
Бүреләр
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: